Хәүефһеҙлек
22 Июль , 05:00

Суд Бәләбәй водителенә сығарылған хөкөм ҡарарын ҡатыландырҙы

Башҡортостан Республикаһының Юғары суды үлемесле юл-транспорт  ваҡиғаһында ғәйепле булған 36 йәшлек Бәләбәй районы кешеһенә хөкөм ҡарарын ҡатыландырҙы. Ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепле тип табылған.

Суд Бәләбәй водителенә сығарылған хөкөм ҡарарын ҡатыландырҙыСуд Бәләбәй водителенә сығарылған хөкөм ҡарарын ҡатыландырҙы
Суд Бәләбәй водителенә сығарылған хөкөм ҡарарын ҡатыландырҙы

Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың сентябрендә транспорт сараһы менән идара итергә ярамаған сирле водитель «Лада Приора» автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа с сыға. Унда ул ВАЗ-211440 маркалы машина менән бәрелешә. Икенсе водитель урында уҡ һәләк була.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай, һәм дәүләт ғәйепләүсеһе хөкөм ҡарарын апелляция тәртибендә дәғүә итә. Республиканың Юғары суды прокурорҙың дәлилдәрен нигеҙле тип таный һәм шартлы язаны ғәмәлдән сығара. Хәҙер хөкөм ителеүсе колония-поселениела суд ҡарарын үтәйәсәк. Шулай уҡ суд, прокурорҙың дәғүә талаптарын ҡәнәғәтләндереп, ирҙең транспорт менән идара итеү хоҡуғын туҡтата.

 

 

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас