Хәүефһеҙлек
28 Июль , 10:00

Дыуамаллығы арҡаһында автомобилен юғалтҡан

Дыуамаллығы арҡаһында автомобилен юғалтҡан: бәләбәйленән иҫерек килеш йөрөткәне өсөн «Мицубиси»ын тартып алғандар

Дыуамаллығы арҡаһында автомобилен юғалтҡанДыуамаллығы арҡаһында автомобилен юғалтҡан
Дыуамаллығы арҡаһында автомобилен юғалтҡан

Бәләбәйҙә ике тапҡыр иҫерек килеш руль артына ултырған 23 йәшлек автоһәүәҫкәргә ҡаты хөкөм ҡарары сығарылды. БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иҫерек килеш йөрөүҙең икенсе осрағы йәш кеше өсөн ҙур штраф йәки хоҡуҡтан мәхрүм итеү генә түгел, ә ысын юғалтыу булған – Уның «Митцубиси Лансер» автомобиле дәүләт килеменә тартып алынған.

Инцидент май айында була: ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителде туҡтата, һәм ирҙең үҙен тотошо шик ҡалдырмай – ул иҫерек була. Был икенсегә ҡабатланған енәйәт булғанлыҡтан, Бәләбәй кешеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Суд ҡарар сығара: 200 сәғәт мотлаҡ эш һәм машинаны конфискациялау.

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас