

Китапханасылар йәш аксаковтар өсөн танып белеү әңгәмәһе үткәрҙе: һыу буйында, һыуҙа үҙеңде нисек дөрөҫ тотоу тураһында һөйләнеләр. Үҙ именлегең өсөн үтәлергә тейешле тыйыуҙарға айырыуса иғтибар бүленде: көслө ағымлы урындарҙа, шулай уҡ ҡотҡарыусылар булмаған урындарҙа һыу инергә ярамай. Бынан тыш, алып барыусылар тәбиғәткә һаҡсыл ҡарауҙың, атап әйткәндә, һыу ятҡылыҡтары ярында сүп-сар ҡалдырмауҙың ни тиклем мөһим булыуын билдәләне.
Мәғлүмәт яҡшыраҡ иҫтә ҡалһын өсөн, ойоштороусылар балалар өсөн тейешле формат һайлаған: уларға тематик йәнһүрәт күрһәтәләр, ә һуңынан алынған белемде мауыҡтырғыс формала нығытырға ярҙам иткән бер нисә уйын үткәрәләр. Осрашыуҙың ғәмәли һөҙөмтәһе булып һәр балаға һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоуҙың төп ҡағиҙәләре менән хәтер ҡағыҙҙары тапшырыу тора –хәҙер мөһим кәңәштәр һәр саҡ ҡулдарында буласаҡ.
Сараның программаһын «Һыуҙа хәүефһеҙлек» күргәҙмә-панорамаһы тулыландыра: ул һыуҙағы төрлө хәлдәрҙе асыҡ күрһәтергә һәм һыу буйында хәүефһеҙ ялдың төп мәлдәренә иғтибарҙы тағы бер тапҡыр йүнәлтергә мөмкинлек бирә.
Фотолар Аксаков биләмә китапханаһынан