

58 йәшлек иргә домофон менән идара иткән компаниянан шылтыратып, асҡыстарҙы алмаштырыу тураһында хәбәр итәләр. Бындай зарарһыҙ тәҡдимдең хәйләһен тоймайынса, ул ебәрелгән кодты әйтә, һәм шуның менән уны схеманың киләһе ҡатнашыусылары шантажлай башлай.
Уға, ул дошман илдәрҙе финанслау өсөн аҡсаһын шунда уҡ тартып аласаҡ енәйәтселәргә эләккән, тип белдерәләр. Ир Күмертауҙан ике сәғәтлек юлдағы Ырымбурға юллана һәм унда 600 мең һум аҡсаһын ала. Һуңынан өс сәғәт ваҡытын йәлләмәй Салауатҡа юллана һәм унда1,8 миллион һум аҡсаһын алыуын машина һатып алыуы менән аңлата.