

Үҙйөрөшлө машиналарҙың техник торошон күҙәтеү буйынса БР Дәүләт комитетының структур бүлексәләренең баш дәүләт инженер-инспекторҙары БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Урман хужалығы министрлыҡтары белгестәре, БР буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары, шулай уҡ ауыл хакимиәттәре башлыҡтары менән берлектә теркәлмәгән, үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы асыҡлау, уларҙы файҙаланыу процесында мотлаҡ талаптарҙы боҙоуға юл ҡуймау йәһәтенән саралар үткәрәсәк.
Ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланһа, сәбәптәрен, быларға ғәйепле кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында пландан тыш контроль саралар үткәреүгә мотивациялы тәҡдимдәр (инспекция визиты, рейд ҡарауы, күсмә, документар тикшереү) индерелә.