Хәүефһеҙлек
4 Августа , 09:00

Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Ҡыҙғанысҡа, кисен Московка-Туймазы юлында авария булған. 35 йәшлек Октябрьский ҡалаһы кешеһе “Рено Сандеро” автомобиле менән идара итеп, һул яҡ кюветҡа төшөп киткән, машина әйләнеп ауған. 

Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгәнАварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Ике пассажир — Әгертамаҡ ауылынан 39 һәм 46 йәшлек ирҙәр — алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Водитель ауыр йәрәхәттәр менән Туймазы үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. 

Белдерелеүенсә, водителдең машина йөрөтөү таныҡлығы булмаған. 

Автор:
Читайте нас