Хәүефһеҙлек
5 Августа , 07:00

Бер генә баҫыу ҙа аҡсағыҙҙан яҙҙырыуы мөмкин!

Башҡортостан халҡын киҫәтәләр. Социаль селтәрҙәрҙә һәм электрон почта аша «Роспотребнадзор» исеменән шикле хәбәрҙәр киң тарала. Бындай хаттар Башҡортостандағы эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә лә күпләп килә башлаған.

Бер генә баҫыу ҙа аҡсағыҙҙан яҙҙырыуы мөмкин!Бер генә баҫыу ҙа аҡсағыҙҙан яҙҙырыуы мөмкин!
Бер генә баҫыу ҙа аҡсағыҙҙан яҙҙырыуы мөмкин!

Хаттарҙа, имеш, пландан тыш тикшереү үткәреләсәге тураһында хәбәр ителә, шулай уҡ почта хеҙмәттәре өсөн түләү талап ителгән QR-кодтар һәм һылтанмалар ебәрелә. Әммә «Роспотребнадзор» был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен белдерә.

Ведомствонан аңлатыуҙарынса, бөтә контроль һәм күҙәтеү сараһы 248-се Федераль законға ярашлы үткәрелә. Улар тураһында хәбәрҙәр Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетҡа урынлаштырыла һәм электрон почтаға ла ебәрелә.

Рәсми хәбәрҙәрҙә тикшереүҙең теркәү номеры, QR-коды, башҡарыусының адресы һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәре күрһәтелә. Бер ваҡытта ла ниндәйҙер хеҙмәт өсөн аҡса түләү талап ителмәй. Барлыҡ тикшереү ҙә бушлай.

Әгәр шикле хат алһағыҙ, ундағы һылтанмаларға күсмәгеҙ һәм QR-кодтарҙы сканерламағыҙ. Һаҡ булығыҙ!

 

Автор:
Читайте нас