

Бәләбәйҙә йәшәгән 69 йәшлек ир бушлай иғландар сайтында һыуытҡыс һатыу тураһында иғлан урынлаштырған. Күп тә үтмәй, уға әйберен һатып алырға теләүҙәре тураһында телефонына смс ебәрәләр. Был хәбәрҙең аҙағында һылтанма була. Уның аша үтеп, ир дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси битенең скриншотын, шулай уҡ унда муттар инеүе һәм үҙенең паспорты мәғлүмәттәрен күрә. Ошонан һуң билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙар килә башлай. Мутлашыусылар, үҙҙәрен Һанлы үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишсе тип алдап, ирҙең иҫәбендәге миллионға яҡын аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндерә. Һөҙөмтәлә зыян күреүсе, мутлашыусылар күрһәтмәләре буйынса эшләй һәм аҡсаһыҙ ҡала.