Хәүефһеҙлек
19 Августа , 04:00

Башҡортостанда автомобиль юлдарын һаҡлау буйынса программа төҙөлә

17 августа Республика йортонда сираттағы «Транспорт сәғәте» үтте. Уны республика башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Осрашыуҙың төп темаһы – юлдарыбыҙҙы һаҡларға һәм уларҙы яҡшы хәлдә тоторға ярҙам итәсәк төбәк программаһы проекты.

Башҡортостанда автомобиль юлдарын һаҡлау буйынса программа төҙөләБашҡортостанда автомобиль юлдарын һаҡлау буйынса программа төҙөлә
Башҡортостанда автомобиль юлдарын һаҡлау буйынса программа төҙөлә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов хәбәр итеүенсә, документ транспорттың ауырлыҡ-габарит контроле системаһын үҫтереүҙе, зыян күргән юл һәм күперҙәрҙә өҫтәмә сикләү билдәләре һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәү камераларын ҡуйыуҙы, шулай уҡ йөк ташыусылар менән юридик эште камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота.

Бынан тыш, рөхсәт ителгән йөк параметрҙарын арттырып ебәреүсе ойошмалар ҙа яуаплы буласаҡ. 2026 йылдың 1 сентябренән улар тураһында мәғлүмәт Электрон ташыу документтарының Дәүләт мәғлүмәт системаһында сағылыш табасаҡ.

Ни өсөн был мөһим? Яҡшы юлдар – ул комфорт ҡына түгел, ә водителдәр һәм йәйәүлеләр өсөн хәүефһеҙлек, транспорттың тотороҡло эшләүе һәм республика халҡы өсөн уңайлылыҡ. Программа системалы ҡараш булдырырға мөмкинлек бирәсәк: ваҡытында ремонт эшләргә, ресурстарҙы дөрөҫ бүлергә һәм трассаларҙың торошон күҙәтергә.

Ә республика юлдарында һеҙҙе йыш ҡына нимә борсой: соҡорҙар, билдәләр булмау, ваҡытында ремонтланмау?

Комментарийҙарҙа яҙығыҙ – фекерегеҙ мөһим!

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас