

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса транспорт сараһы махсус туҡталҡаға илтеп ҡуйылған. Балиғ булмаған водителгә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ протокол төҙөлгән. Эш материалдары балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән.
Ата-әсәләрҙең яуаплылығына айырыуса иғтибар бирелә. Үҫмерҙең законлы вәкилдәренә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35 статьяһы буйынса ата-әсә бурыстарын тейешенсә үтәмәгән өсөн административ эш ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалау буйынса инспектор Алина Әмирова: «Транспорт сараһы менән идара итеүҙе хоҡуҡһыҙ кешегә тапшырыу 30 мең һум күләмендә штраф һалыуға килтерә», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Дәүләт автоинспекцияһы ата-әсәләргә балаларға мототехника һатып алғанда ҡануниәтте үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Скутерҙар, мопедтар һәм питбайктар һатып алыу хәүефһеҙлек талаптарына һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡаршы килмәҫкә тейеш.
ЮХХДИ фотолары