

Пенсионерға «Социаль фонд хеҙмәткәре» шылтыратҡан. Ул пенсияны ҡайтанан иҫәпләүҙәре тураһында хәбәр итә һәм смс-тан кодты атауын һорай. Бер аҙҙан оло йәштәге ҡатынға ялған полиция хеҙмәткәре шылтырата. Уның һүҙҙәренсә, банк 800 мең һум аҡсаны алыу буйынса шикле операцияны туҡтата, шунан һуң эш уның производствоһына күсә. Ул зыян күреүсенең артабанғы бөтә аҙымдарын тулыһынса контролдә тота.
Енәйәтселәр пенсионерҙы шәхси аҡсаларын өсөнсө кешеләр файҙалана ала һәм уларҙың эшмәкәрлеген булдырмау өсөн уларҙы «хәүефһеҙ иҫәпкә» һаҡларға тапшырырға кәрәклегенә ышандыра.
Ҡатын, банктан бер миллион һумдан ашыу аҡса алып, курьерға тапшыра. Бынан һуң мутлашыусылар бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә БР Эске эштәр министрлоығының матбуғат хеҙмәте.
Полиция граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Көс ведомстволары һәм банктар хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да бөтә аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереүҙе һәм уларҙы курьерҙарға «тикшереү өсөн» тапшырыуҙы һорамай.
resbash.ru
Авторҙың фотоһы.