Хәүефһеҙлек
24 Августа , 07:00

Тағы ла руль артында үҫмер

Бәләбәй районында тағы бер балиғ булмаған водитель руль артына ултырып тотолған. Инцидент Аксаков ауылында «Мототехника» иҫкәртеү сараһын һәм «Не рули, малай» социаль кампанияһын үткәреү барышында булған.

Тағы ла руль артында үҫмерТағы ла руль артында үҫмер
Тағы ла руль артында үҫмер

Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре питбайк туҡтатҡан, уның руле артында 14 йәшлек үҫмер ултырған. Уҡыусының транспорт саралары менән идара итеүгә хоҡуғы булмаған, был юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу булып тора. Ваҡиға урынына үҫмерҙең әсәһе саҡырыла.

Транспорт эвакуациялана һәм штраф туҡталҡаһына урынлаштырыла. Балиғ булмаған баланың законлы вәкилен РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7 статьяһының 3-сө өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттыралар. Был ҡағиҙә боҙоу өсөн утыҙ мең һум күләмендә штраф ҡаралған.

Тикшереү материалы йәш водителдең законлы вәкилдәрен яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһен ҡарау өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлегенә тапшырылды.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: водитель таныҡлығыһыҙ, хатта көсһөҙ транспорт саралары тураһында һүҙ барғанда ла, үҫмерҙәрҙең руль артына ултырырға маташыуын туҡтатығыҙ. Питбайк йәки башҡа мототранспортты «уйынсыҡ» сифатында һатып алыу фажиғәгә килтерергә мөмкин. Юлда балаларҙың именлеге – беҙҙең дөйөм яуаплылыҡ.

ЮХХДИ фотолары

Тағы ла руль артында үҫмер
Тағы ла руль артында үҫмер
Тағы ла руль артында үҫмер
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас