Хәүефһеҙлек
25 Августа , 11:00

Бәләбәйҙә праваһыҙ иҫерек водитель 10 тәүлеккә ҡулға алынған

24 августа кис Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ инспекторҙары Бәләбәйҙә иҫерек водителде ҡулға алған. 2008 йылда тыуған егет, водитель таныҡлығы булмауына һәм иҫерек булыуына ҡарамаҫтан, автомобиль руле артына ултырған.

Бәләбәйҙә праваһыҙ иҫерек водитель 10 тәүлеккә ҡулға алынғанБәләбәйҙә праваһыҙ иҫерек водитель 10 тәүлеккә ҡулға алынған
Бәләбәйҙә праваһыҙ иҫерек водитель 10 тәүлеккә ҡулға алынған

Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре водителдең эскән булыуын күрә. Урында тикшергәндә алкотестер 1,94 мг/л алкоголь күрһәтә, был рөхсәт ителгән норманан күпкә юғарыраҡ.

Водителдең водитель таныҡлығы булмай, был уның хәлен тағы ла ауырайта. Эскән килеш транспорт сараһы менән идара итекән өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.8-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса яуаплылыҡ ҡаралған.

Суд эштең бөтә шарттарын иҫәпкә ала һәм хоҡуҡ боҙоусыға 10 тәүлек административ ҡулға алыу төрөндәге яза тәғәйенләй.

 

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас