

Сикләүҙәр этил спирты, алкоголь һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында законға ярашлы индерелә.
Шуныһы мөһим, спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу ваҡлап һатыу нөктәләренә генә ҡағыла. Кафеларҙа, ресторандарҙа һәм башҡа йәмәғәт туҡланыу урындарында алкоголь продукцияһын сикләүҙәрһеҙ тәҡдим итәсәктәр.
Был ҡарар уҡыу йылы башындағы тәртипте һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Фото «БИ» архивынан