Хәүефһеҙлек
2 Сентября , 07:00

Киберхәүефһеҙлек тураһында Мария Львова-Белованың видеодәресе

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары вәкиле Мария Львова-Белова балаларға, атай-әсәйҙәргә, педагогтарға бөгөнгө көндә интернет селтәрҙәрендәге хәүефтәр тураһында һөйләне.

Киберхәүефһеҙлек тураһында Мария Львова-Белованың видеодәресеКиберхәүефһеҙлек тураһында Мария Львова-Белованың видеодәресе
Киберхәүефһеҙлек тураһында Мария Львова-Белованың видеодәресе

Проект Рәсәй Эске Эштәр министрлығының мәғлүмәт-коммуникация технологияларын законһыҙ ҡулланыуға көрәште ойоштороу идаралығы һәм "Диалог Регионы" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә әҙерләнгән.

Был - көнүҙәк тема. Рәсәйҙә 2026 йылдың тәүге ярты йыллығында ғына интернет аша ҡылынған енәйәттәрҙән зыян күреүсе үҫмерҙәр һаны 35,5 процентҡа артып, 4 381-ҙән 5 936-ға тиклем еткән.

Мәҫәлән, мутлашыусылар Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек ҡыҙға сәскә алғанда ташлама эшләйбеҙ, тип, һуңынан полициянанбыҙ, тип алдап, әсәһенең карта иҫәбенән 140 мең күсерергә мәжбүр иткән. 

Был видеола хәүефле челлендждар, вербовка, зыянлы контент тураһында һүҙ бара. Бергәләп ҡарағыҙ. Интернет селтәрендә һаҡ булығыҙ, дуҫтар.

Фото: radiosputnik.

 

Автор:
Читайте нас