

Улар иҫәбендә үҙҙәрен кредит ҡулланыусылар кооперативтары һәм ломбард тип атаған компаниялар ҙа бар, әммә улар Рәсәй Банкының рәсми реестрында тормай. Легаль булмағандарҙың офистары Өфөлә, Туймазыла һәм Бәләбәйҙә урынлашҡан.
«Илебеҙҙең финанс баҙарында эшмәкәрлек алып барыу өсөн Рәсәй Банкынан рөхсәт алырға кәрәк, – тип билдәләне Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Наил Ғәбиҙуллин. - Финанс ойошмаһы эшенең законлылығын регулятор сайтындағы белешмәлә ҡарарға мөмкин. Әгәр компания унда юҡ икән, ул законһыҙ эшләй һәм уның менән эш итеү хәүефле. Мәҫәлән, легаль булмаған кредиторҙар заемсыға займды файҙаланған өсөн арттырылған процент түләтә йәки, әгәр бурысты түләмәһәләр, бурысты түләтә ала».
Легаль булмағандар тураһында мәғлүмәт финанс баҙарында легаль булмаған эшмәкәрлек билдәләре асыҡланған компаниялар исемлегендә урынлаштырылған. Рәсәй Банкы уны үҙенең сайтында баҫтыра һәм даими рәүештә финанс компанияһы һайлағанда кешеләр уның менән сағыштыра алһын өсөн актуалләштерә.
Дөйөм алғанда, ғинуар – июнь айҙарында илдә легаль булмаған эшмәкәрлек билдәләре менән 2,9 мең проект асыҡланған. Башлыса улар ҡара кредиторҙар һәм финанс пирамидалары.
Рәсәй Банкының матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса