

Билдәле булыуынса, енәйәтселәр ағымдағы йылдың июль башында мессенджер аша зыян күреүсе менән бәйләнешкә ингән. Башта улар «эш биреүселәр» тип таныша һәм тауарҙарҙы баһалау буйынса еңел эш хаҡы тәҡдим итә. Студент ҡыҙ вакансия менән ҡыҙыҡһынғас, һөйләшеүгә Росфинмониторингтың ялған хеҙмәткәре ҡушыла. Ул асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәр итә һәм «сит ил валютаһын иҫәптә һаҡлаған» өсөн енәйәт яуаплылығы менән янай. Был һылтау менән мутлашыусылар ҡыҙҙы аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәп-хисаптарға» күсерергә күндерә. Эҙемтәләрҙән ҡурҡып, зыян күреүсе 50 мең һумлыҡ кредит юллай, шулай уҡ туғандарынан 3,5 миллион һумдан ашыу аҡса ала. Был аҡсаны ул мутлашыусыларға күсерә. Ялған хеҙмәткәрҙәр бәйләнештән юғалғас ҡына студент алданыуын аңлаған...