Хәүефһеҙлек
13 Сентября , 05:00

«Янғынһыҙ» режимы

 8 сентябрҙән 25-нә тиклем Бәләбәй районында янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Был ландшафт һәм көнкүреш янғындары сығыу хәүефе артыуыға бәйле. Режим ғәмәлдә булған осорҙа янғындарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән ҡәтғи сикләүҙәр индерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Янғынһыҙ» режимы«Янғынһыҙ» режимы
«Янғынһыҙ» режимы

 Ҡағиҙәләргә ярашлы, был ваҡытта коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә, урман фонды һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә усаҡ яғыу, сүп-сар, үлән һәм япраҡтар яндырыу тыйыла. Шулай уҡ асыҡ утта аш-һыу әҙерләү өсөн мангалдар һәм башҡа ҡулайламалар ҡулланыу тыйыла. Янғын хәүефе янаған эштәрҙе махсус урындарҙан тыш үткәреү, ә ҡоро үҫемлектәрҙе теләһә ниндәй ерҙәрҙә яндырыу ҡәтғи тыйыла.

Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда был ҡағиҙәләрҙе боҙоу штрафтар һалыуға килтерә, уларҙың күләме ғәҙәти ваҡыттағыға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Граждандар өсөн штрафтар – 10-20 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 30-60 мең һум, шәхси эшҡыуарҙар өсөн – 60-80 мең һум, ә юридик шәхестәр өсөн 400-800 мең һум тәшкил итә.

Янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратығыҙ: 112 йәки 101.

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас