

Патруль составына ата-әсәләр һәм уҡыусылар үҙҙәре инде: бындай формат мәктәп эргәһендәге хәлде контролдә тоторға ғына түгел, ә шәхси өлгө күрһәтергә лә мөмкинлек бирә. Мәғариф учреждениеһында билдәләүҙәренсә, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың бергәләп эшләүе юлда үҙ-үҙеңде тотоу мәҙәниәтен күтәрергә һәм ата-әсәләрҙең балалары үҙләштергән күнекмәләр өсөн яуаплылығын нығытырға ярҙам итә.
Ата-әсәләр патруленең төп бурыстары араһында - балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләре хәүефен кәметеү һәм уҡыусыларҙа Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген аңлауҙы нығытыу. Патрулдә ҡатнашыу балалар өсөн үҙенсәлекле ғәмәли дәрес булып тора: улар мөмкин булған хәүефле хәлдәрҙе күрергә һәм бындай щарттарҙа үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәнә.
17-се мәктәп фотолары