

Инцидент төн уртаһында була, Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары документтарҙы тикшереү өсөн автомобилде туҡтата. 1996 йылғы водитель ҡатындың эскән икәнлеге һиҙелә, был ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрендә шик тыуҙыра. Медицина тикшереүе барышында прибор һулаған һауала 0,696 мг/л алкоголь күрһәтә, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу фактын раҫлай.
Бынан тыш, автомобилдә дүрт йәшлек бала булған. Ҡатын-ҡыҙҙы транспорт сараһы менән идара итеүҙән ситләштерәләр, уға ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.8-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса (транспорт сараһы менән иҫерек килеш идара итеү) административ протокол төҙөлә.
Ҡағиҙә боҙоусының автомобиле, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡланғанға тиклем, махсус туҡталҡаға ҡуйылған.
Бәләбәй Дәүләт автоинспекцияһы фотолары