Хәүефһеҙлек
3 Октября , 10:00

Йәштәр наркотиктарға ҡаршы

21 сентябрҙән 2 октябргә тиклем бөтә Рәсәй буйынса «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» наркотиктарға ҡаршы акцияһы уҙҙы. «Тиҫтер» йәштәр сәйәсәте учреждениеһының йәштәр башланғыстарын үҫтереү үҙәге ирекмәндәре унда әүҙем ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәр наркотиктарға ҡаршыЙәштәр наркотиктарға ҡаршы
Йәштәр наркотиктарға ҡаршы

Ҡаланың мәғлүмәт стендтарында ирекмәндәр листовкалар йәбештерҙе, ә ҡала халҡына наркотик матдәләрҙең зыяны һәм уларҙың таралыу факттары менән осрашҡанда нисек эш итергә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт буклеттары таратты.

- Акция «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» - был формаль сара түгел. Беҙ кешеләрҙең проблема тураһында уйланыуын һәм битараф булмауын теләйбеҙ. Ваҡытында кәрәкле ҡулдарға тапшырылған мәғлүмәт ҡайһы берҙә ғүмерҙе ҡотҡара, – тип һөйләне «Тиҫтер» учреждениеһы мөдире Валентина Антипова.

Ул шулай уҡ ҡала халҡын битараф ҡалмаҫҡа саҡыра:

- Әгәр һеҙ тыйылған матдәләрҙе һатыу йәки һаҡлау факттары тураһында белһәгеҙ - өндәшмәгеҙ. 8-800-347-20-30 ышаныс телефоны аша мөрәжәғәт итегеҙ. Һәр беребеҙҙең гражданлыҡ позицияһы фажиғәне булдырмаҫҡа ярҙам итә.

Учреждение фотолары

Йәштәр наркотиктарға ҡаршы
Йәштәр наркотиктарға ҡаршы
Йәштәр наркотиктарға ҡаршы
Йәштәр наркотиктарға ҡаршы
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас