

Сараның төп маҡсаты – үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм төрлө техниканы файҙаланыу менән бәйле хәүеф-хәтәрҙе иҫкәртеү. Граждандарҙың ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге, уларҙың мөлкәтен, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленәсәк.
Халыҡ менән эшләү сараның мөһим өлөшө буласаҡ. Белгестәр тораҡ пункттарҙа аңлатыу осрашыуҙары үткәрәсәк, унда техника хужаларына эксплуатация ҡағиҙәләре һәм хәүефһеҙлек талаптары тураһында һөйләйәсәк.
Ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланһа, хужаларға иҫкәртеүҙәр биреләсәк. Хәүефһеҙлеккә туранан-тура хәүеф тыуҙырған осраҡтарҙа, тейешле хеҙмәттәрҙе йәлеп итеп, пландан тыш тикшереүҙәр үткәреләсәк.
Ойоштороусылар үҙйөрөшлө техника хужаларын машиналарының техник торошон алдан тикшерергә һәм бөтә кәрәкле документтарҙың барлығына инанырға саҡыра.
Фотолар: Бәләбәй дәүләт техник күҙәтеүе