Хәүефһеҙлек
16 Октября , 08:00

Хәүефһеҙлек - контролдә

Башҡортостан Республикаһында «Йәйәүлеләр» һәм «Пассажирҙар ташыу» иҫкәртеү рейдтары башланды. Водителдәрҙе тикшереү аҙна аҙағына – 18 октябргә тиклем дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәүефһеҙлек - контролдәХәүефһеҙлек - контролдә
Хәүефһеҙлек - контролдә

Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, сараларҙың төп маҡсаты – ауыр эҙемтәләргә килтергән юл фажиғәләренә юл ҡуймау. Инспекторҙар йәйәүлеләр үткәүелдәре, белем биреү ойошмалары һәм халыҡ күп йыйылған урындар эргәһендәге участкаларҙы айырыуса иғтибар менән күҙәтәсәк: тап шунда йыш ҡына хәүефле хәлдәр килеп тыуа.

Пассажирҙар ташыуға, шул иҫәптән балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүгә айырым иғтибар биреләсәк. Дәүләт Автоинспекцияһында көсәйтелгән контроль хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла юлдарҙы хәүефһеҙерәк итергә ярҙам итер тип өмөтләнәләр.

Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас