Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Июнь 2022, 11:00

Путин яңы байрам тураһында указға ҡул ҡуйған

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы рәсми байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Ул 8 июлдә билдәләнә.

Путин яңы байрам тураһында указға ҡул ҡуйған
Путин яңы байрам тураһында указға ҡул ҡуйған

Байрам ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында булдырылды, тиелә документта.

Башҡортостанда был көн 2019 йылдан алып билдәләнә. Ошо көндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров «Атай-әсәйлек ҡаһарманлығы», «Әсәлек даны» дәүләт, «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн!» йәмәғәт наградаларын тапшыра.

Фото: beeline.tv

Автор:
Читайте нас: