Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Август 2022, 11:00

11 октябрҙә Шайморатовҡа һәйкәл асыла һәм Республика көнө уңайынан байрам салюты була

11 октябрҙә Өфөнөң барлыҡ төп майҙансыҡтарында Республика көнөнә арналған саралар ойошторола.

11 октябрҙә Шайморатовҡа һәйкәл асыла һәм Республика көнө уңайынан байрам салюты була
11 октябрҙә Шайморатовҡа һәйкәл асыла һәм Республика көнө уңайынан байрам салюты була

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бөгөн республиканың ойоштороу комитеты ултырышында Совет майҙанын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылғанын билдәләне. 11 октябрҙә төп ваҡиға – генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, Республика көнөндә Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» беренсе Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы, шунда уҡ Башҡортостан сәнғәт оҫталарының «Үлемһеҙ дан өсөн тыуғандар» концерты була. Тамашасылар «Салауат тоҡомдары сигенмәй» спектакленән өҙөктәр һәм күләмле мэппинг-шоу ҡарай ала. Башҡортостан халҡы Республика көнөнә арналған төп тантаналарҙы ҡарай алһын өсөн БСТ каналынан тура трансляция ла ойошторола.

Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһында 20 мәктәптән 500 уҡыусы  «шайморатовсылар» сафына алына. 1 сентябрҙән Башҡортостанда 78 «шайморатов» класында 1600 бала уҡый башлай, тине мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева. 13 сентябрҙә уларҙың командалары «Патриот» хәрби-патриотик паркында ойошторолған  «Геройҙар ярышы»нда ихтыяр көсөн һынай, ярышта еңеүсегә Шайморатов исемендәге күсмә кубок тапшырыла.

Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, байрам көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин байрам саралары ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауға айырым иғтибар бүлде. Уның һүҙҙәренсә, коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙың артыуына бәйле килеп тыуған хәлдән сығып, ковидҡа ҡаршы саралар хаҡында ла оноторға ярамай.

«Республика көнөнә арналған бөтә саралар ҙа юғары кимәлдә үтергә тейеш, һәр кем, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, байрамыбыҙға арналған сағыу ваҡиғаларҙы күрһен өсөн мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу мөһим», – тип йомғаҡ яһаны Максим Забелин.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: