Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Август 2022, 12:05

2023 йылға ял көндәре билдәләнде

Рәсәй Хөкүмәте 2023 йылда рәсәйҙәрҙең нисек ял итәсәген билдәләне. 

2023 йылға ял көндәре билдәләнде
2023 йылға ял көндәре билдәләнде

Яңы йыл байрамдары 2022 йылдың 31 декабрендә башлана һәм 2023 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә. Шул уҡ ваҡытта 1 һәм 8 ғинуар йәкшәмбегә тура килә. Байрам көндәре булғанлыҡтан, уларҙы йома, 24 февралгә һәм дүшәмбе, 8 майға күсерергә хәл ителде.

Бынан тыш, 23 февралдән 26 февралгә тиклем ял көндәре буласаҡ.

8 мартта;

29 апрелдән 1 майға тиклем;

6-9 майҙа;

10-12 июндә;

4-6 ноябрҙә.

Башҡортостанда өҫтәмә ял көндәре:
21 апрель - Ураҙа байрамы,
28 июнь - Ҡорбан байрамы,
11 октябрь - Республика көнө.

Автор:
Читайте нас: