Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Октябрь 2022, 16:00

Халыҡтар берҙәмлеге көнө – салютһыҙ

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика муниципалитеттары башлыҡтарына мөрәжәғәт итте.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө – салютһыҙ
Халыҡтар берҙәмлеге көнө – салютһыҙ

— Был аҙна ҡыҫҡа, алда өс ял көнө көтә. Ошо аҙнала төп байрам – Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Тантаналы сараларҙы салютһыҙ үткәрегеҙ. Берҙәмлегебеҙҙе нығытҡан ветерандарға, милләт-ара ойошмаларға ихтирам күрһәтегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, баш ҡалала оло ваҡиға – хеҙмәт ҡаһарманлығы стелаһын асыу була. Эштәр көнө-төнө бара. Тантаналы ултырышта ветерандарҙы һәм милли йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен билдәләп үтеү күҙаллана.

Автор:
Читайте нас: