Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Ноябрь 2022, 18:00

Өфөлә байрам тантаналары

Бөгөн, 3 ноябрҙә, Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын асыу тантанаһы уҙҙы.

Өфөлә байрам тантаналары
Өфөлә байрам тантаналары

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл эшсәндәренең батырлығын символлаштырған егерме метрлыҡ объект баш ҡалаға ингән ерҙә автомобиль күперҙәренән уң яҡта, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тантанала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле һәм Дуҫлыҡ монументы менән бер рәттән стеланың республика халыҡтарының тарихи хәтерен сағылдырыуын билдәләне.

«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында байтаҡ предприятиелар, дәүләт учреждениелары һәм ғилми институттар Өфөгә эвакуацияланған. Тотош республика фронт ихтыяжы өсөн эшләгән. Яҡташтарыбыҙ кейем-һалым теккән, нефть сығарған, танктар һәм самолеттар өсөн яғыулыҡ, хәрби авиация өсөн двигателдәр етештергән. Бронепоездар, танктар, авиаэскадрильялар һәм башҡа ҡоралдар халыҡтың шәхси аҡсаһына һатып алынған. Эвакуацияланған ғаиләләрҙе туғандарыбыҙ кеүек ҡабул иттек, яраланғандарҙы дауаланыҡ. Рәсәй Президентының баш ҡалабыҙға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән абруйлы исем биреү тураһында указы өфөләрҙең һәм республика халҡының хеҙмәт батырлығын таныу билдәһе булды. Беҙ бының менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм Владимир Путинға ошо ҡарары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Иртәгә илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Берҙәмлек илебеҙ халҡына ауыр һынауҙарҙы йырып, кешелек тарихындағы ҡот осҡос һуғышта еңеп сығырға ярҙам итте», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, һуғыш балаларының — өлкәндәр менән бер рәттән станоктар артына баҫып эшләгәндәрҙең, ошо ваҡиғаларҙың тере шаһиттарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

«Ошонда ейәндәре менән килеп, улар үҙҙәренең героик бала сағы һәм йәшлеге тураһында һөйләр. Бөгөн беҙ оло быуындарҙың лайыҡлы вариҫтары булырға тейешбеҙ. Беҙгә лә илһөйәрлегебеҙҙе эш менән иҫбатларға, Ватаныбыҙҙы һаҡларға ваҡыт етте. Алғы һыҙыҡта дошманға ҡаршы һуғышҡан ир-егеттәребеҙ өсөн терәк булырбыҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәтебеҙ менән уларға нацизмды еңергә ярҙам итәйек. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе республикабыҙ тарихындағы мөһим ваҡиға — стела асылыу менән ҡотлайым. Ошо иҫ киткес проект авторҙарына — уны бойомға ашырғандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт. Баш ҡалабыҙҙың юбилейы алдынан күркәм, оло әһәмиәткә эйә булған урын барлыҡҡа килде. Яҡынлашып килгән байрам менән!», — тине Радий Хәбиров.

Башинформ

Бөгөн улай уҡ республика башлығы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды һәм юл айырсаһында башҡарылған эштәрҙе ҡарап сыҡты.

 

 

Өфөлә байрам тантаналары
Өфөлә байрам тантаналары
Өфөлә байрам тантаналары
Өфөлә байрам тантаналары
Автор:
Читайте нас: