Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Ноябрь 2022, 13:00

Өфөлә ҡыш бабай резиденцияһы асыла – Ратмир Мәүлиев

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла, тип хәбәр итте ҡала мэры Ратмир Мәүлиев Business FM эфирында.

Өфөлә ҡыш бабай резиденцияһы асыла – Ратмир Мәүлиев
Өфөлә ҡыш бабай резиденцияһы асыла – Ратмир Мәүлиев

Уны Ағиҙел йылғаһы буйында урынлаштырыу күҙаллана.

Мәүлиев әйтеүенсә, Өфө – миллионлы ҡала, балалар ныҡ күп. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһына байтаҡ ҡунаҡтар килә. Барыһының да Ҡыш бабайҙан бүләктәр алыу теләге ҙур.

«Һис шикһеҙ, балалар өсөн был күңелле байрам. Бөгөн беҙ уның урынын билдәләйбеҙ. Мин үҙем Ағиҙел яры буйында урынлаштырыу яҡлымын, сөнки унда һырғалаҡ та бар, Ҡыш бабай резиденцияһын да шунда асһаҡ, яҡшы булыр ине», – тип иҫәпләй баш ҡала мэры.

Резиденция 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем эшләр, тип көтөлә.

Бынан тыш, Башҡортостандың баш ҡалаһына ысын Ҡыш бабайҙы килтерергә теләйҙәр. Әлегә Бөйөк Устюг менән һөйләшеүҙәр алып барыла, тип өҫтәне муниципалитет башлығы.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: