Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Ноябрь 2022, 11:00

Яңы йыл яҡынлаша, тимәк, ҡаласыҡтар биҙәлә башлай

Башҡортостанда «Иң матур яңы йыл ҡаласығы - 2023» республика конкурсы башлана. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

Яңы йыл яҡынлаша, тимәк, ҡаласыҡтар биҙәлә башлай
Яңы йыл яҡынлаша, тимәк, ҡаласыҡтар биҙәлә башлай

Ҡатнашыу өсөн хакимиәттәргә муниципаль йәки йорт яны биләмәһендә иң яҡшы объектты һайлап, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ғариза ебәрергә кәрәк, тине ул.

Конкурс «Өфө ҡалаһы райондарында иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы», «Ҡала округтарында иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы», «Ҡала биләмәләрендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы», «Ауыл биләмәләрендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» һәм «Күп фатирлы йорт биләмәһендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» номинациялары буйынса ойошторола.

Жюри ағзалары үҙенсәлекле биҙәлеште, яҡтылыҡ элементтары һәм иллюминация ҡулланыуҙы, яңы йыл шыршыларын, скульптура композицияларын, боҙ һындарын һәм тауҙарын, әкиәт персонаждарын, байрамса биҙәүҙе баһалай.

Башинформ.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: