Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Ноябрь 2022, 11:00

Радий Хәбиров байрам мөхите булдырырға саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика муниципалитеттары етәкселәренә Яңы йыл байрамы осоронда мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балаларына етди иғтибар бүлергә ҡушты.

Радий Хәбиров  байрам мөхите булдырырға саҡырҙы
Радий Хәбиров байрам мөхите булдырырға саҡырҙы

«Алда барлыҡ ғаиләләр өсөн мөһим ваҡиға — Яңы йыл. Ирекле батальондар хәрбиҙәренең һәм мобилизацияланғандарҙың балаларына байрам мөхитен булдырырға тейешбеҙ. Уйлашығыҙ, был эште алып барырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика Яңы йыл шыршыһы 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: