Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Ноябрь 2022, 16:00

Республика яңы йыл шыршыһы ҡасан үтәсәк?

Быйыл Яңы йыл шыршыһына уҡыу алдынғылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары саҡырыла.

Республика яңы йыл шыршыһы ҡасан үтәсәк?
Республика яңы йыл шыршыһы ҡасан үтәсәк?

22 декабрҙә Республика яңы йыл шыршыһы була. Уға Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье өлкәһе, Херсон өлкәһе, Украина биләмәләрендә барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар саҡырыла. Уларҙың барыһына ла яңы йыл бүләктәре тапшырыла.

Башҡортостанда Республика Яңы йыл шыршыһында ҡатнашҡан балаларға өс көнлөк ял ойошторола. Яңы йыл бүләктәренән тыш, һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтелә.

Республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре мәғариф ойошмаларында һәм мәҙәниәт учреждениеларында, майҙандарҙа яңы йыл байрамы сараларын әҙерләй.

 Сығанаҡ:  https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: