Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Декабрь 2022, 11:00

22 декабрь – Энергетиктар көнө «Энергия – эшебеҙ! Энергия – яҙмышыбыҙ!»

«Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәре» йәмғиәте коллективы Бәләбәй ҡалаһының, Приют ҡасабаһының, Аксаков ауылының электр селтәрҙәрен, ҡоролмаларын хеҙмәтләндерә.

22 декабрь – Энергетиктар көнө «Энергия – эшебеҙ! Энергия – яҙмышыбыҙ!»
22 декабрь – Энергетиктар көнө «Энергия – эшебеҙ! Энергия – яҙмышыбыҙ!»

Көнөн дә, төнөн дә, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамай, йорттарҙа йылы, яҡты булһын, социаль объекттар, предприятиелар һәм ойошмалар өҙөклөкһөҙ эшләһен өсөн предприятие хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ хеҙмәт вахтаһында.

Был көндәрҙә һауа шарттары насарайыуы сәбәпле энергетиктар көсәйтелгән эш режимына күсте. Сымдар боҙланыу арҡаһында электр линиялары өҙөлә. «Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәре» предприятиеһының диспетчер хеҙмәте ҡулланыусыларҙың мөрәжәғәтен яуапһыҙ ҡалдырмай, авария эҙемтәләрен ашығыс рәүештә бөтөрөргә тырыша. Эштең ҡатмарлылығына ҡарап, урынға кәрәкле бригада бара.

Фотола: предприятиеның оператив-диспетчер хеҙмәте начальнигы Виктор Сорокин менән киҙеү инженер-диспетчер Юрий Калузанов.

Римма Солтанова.

Елена Петрова фотоһы

Автор:
Читайте нас: