Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Декабрь 2022, 17:00

Һәр саҡ алғы һыҙыҡта

Улар ярты минутта кейенә, бейеккә менеүҙән ҡурҡмай, янғынға ҡыйыу керә. Бына шундай ысын ирҙәр һөнәре ул ҡотҡарыусы.

Һәр саҡ алғы һыҙыҡта
Һәр саҡ алғы һыҙыҡта

Эске хеҙмәт сержанты, янғын машинаһын йөрөтөү буйынса инструктор Руслан Мотаһиров ошо һөнәрҙе үҙ иткән. Приют ҡасабаһында йәшәй ул. Әрменән һуң ғүмерен ҡотҡарыусы һөнәре менән бәйләргә хәл иткән.

Ғөмүмән, Бәләбәйҙең 43-сө янғындарҙан ҡотҡарыу часында эшләүселәр бер татыу ғаиләгә әйләнгән. Коллегалары Русланды башҡарыусан, үҙ эшен белгән хеҙмәткәр тип һанай.

43-сө янғындарҙан ҡотҡарыу часында 35 янғын һүндереүсе, 15 водитель, дүрт киҙеү офицер иҫәпләнә (начальнигы Рафаэль Вәлиев).  Улар көн тимәй, төн тимәй еңел булмаған, хәүефле хеҙмәт алып бара.

Регина Фәйезова материалы буйынса.

Автор фотоһы

Автор:
Читайте нас: