Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Март 2023, 11:00

Өйҙәрегеҙгә – тыныслыҡ, изгелек һәм бәхет!

 Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән ҡотланы.

Өйҙәрегеҙгә – тыныслыҡ, изгелек һәм бәхет!
Өйҙәрегеҙгә – тыныслыҡ, изгелек һәм бәхет!

7 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Республика етәксеһе гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы:

- Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! 

Барығыҙҙы ла иң матур яҙғы байрам менән ихлас ҡотлайым!  

Һеҙ ҡабатланмаҫ һөйөү, наҙлылыҡ, матурлыҡ мөхите тыуҙыра беләһегеҙ. Һәр берегеҙ иң изге һүҙҙәргә лайыҡлы. Ғаилә усағын һаҡлаусы ла һеҙ - үҙегеҙҙе өй эштәренә, балаларға бағышлайһығыҙ. Хәстәрле, түҙемле булғанығыҙ һәм балаларға лайыҡлы тәрбиә биргәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.

Шуның менән бергә күп һөнәрҙәрҙә оло ҡаҙаныштарға өлгәшәһегеҙ. Республика үҫешенә мөһим өлөш индерәһегеҙ. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, мин һеҙгә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, тыуған Башҡортостандың үҫешенә лайыҡлы өлөш индергәнегеҙ өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм.

Изге эштәр, мәрхәмәтлек башҡараһығыҙ  - был һеҙҙең күңел йомартлығынан. Рухи ҡиммәттәрҙе һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлап, балаларыбыҙға һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә еткерәһегеҙ, уларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләйһегеҙ.

Тыуған ил яҙмышын ҡатын-ҡыҙ нескә аңлай һәм уның өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя. Бөгөн ир-ат Тыуған ил һағына баҫҡанда ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уларға терәк һәм рух ныҡлығы биреүсе. Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙың барыһы ла ысын геройҙар. Һәммәһенең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.

Табип ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Улар тәүлек әйләнәһенә яралыларҙы ҡарай, дауалай, реабилитация үтергә һәм сафҡа баҫырға ярҙамлаша. Хәрбиҙәрҙе, уларҙың туғандарын, ғаиләләрен хәстәрләгән ирекмәндәргә рәхмәт.

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!

Балалар бәхетле һәм сәләмәт үҫһен өсөн беҙ барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Мәктәптәр, балалар баҡсаһы, поликлиникалар, спорт һәм мәҙәни үҙәктәр төҙөйбөҙ. Бер нәмәгә ҡарамай, ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. 

Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, әсә һәм ҡатын бәхете, ғаилә именлеге теләйем. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан һәм һеҙ яратҡан кешеләр булһын. Улар һеҙҙе иғтибары һәм хәстәрлелеге менән ҡыуандырһын. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Беҙ һеҙҙе яратабыҙ! Һеҙ беҙгә бик ҡәҙерле.

Байрам менән!

 

 

Автор:
Читайте нас: