Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Апрель 2023, 13:00

21 апрель - Урындағы үҙидара көнө. Иң көслө команда башлыҡ кубогын алды

«Чемпион» учреждениеһының спорт залында муниципаль һәм бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында спорт фестивале ойошторолдо. Ул Урындағы үҙидара көнөнә арналды.

21 апрель - Урындағы үҙидара көнө. Иң көслө команда башлыҡ кубогын алды
21 апрель - Урындағы үҙидара көнө. Иң көслө команда башлыҡ кубогын алды

Дүртәр кешенән торған 11 команда дартста, теннис тубын сәпкә, баскетбол тубын кәрзингә ырғытыуҙа, бер аяҡта күҙ йомоп баҫып тороуҙа, планкала тороуҙа ярышты.

Ярышта ҡатнашыусылар өсөн арҡан тартышыу иң сағыу һәм эмоциональ һынау булды. Көстәре бөтөүгә ҡарамаҫтан, еңеү өсөн хәлдәре бөткәнсе көрәште улар.

Ярыштар йомғаҡтары буйынса беренсе урынды 39-сы «Йәйғор» балалар баҡсаһы командаһы алды. Көмөш миҙал Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә бирелде. Бронза – «Чемпион»да.

Командалар «Еңеүгә ынтылыш өсөн» грамоталары менән бүләкләнде, призерҙар миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды, ә еңеүсе муниципаль район хакимиәте башлығының кубогына эйә булды.

Сара «Демография» милли проектының «Спорт – йәшәү нормаһы» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.

Регина Фәйезова материалы буйынса
Эльвира Ҡаһирова фотолары

21 апрель - Урындағы үҙидара көнө. Иң көслө команда башлыҡ кубогын алды
21 апрель - Урындағы үҙидара көнө. Иң көслө команда башлыҡ кубогын алды
21 апрель - Урындағы үҙидара көнө. Иң көслө команда башлыҡ кубогын алды
21 апрель - Урындағы үҙидара көнө. Иң көслө команда башлыҡ кубогын алды
21 апрель - Урындағы үҙидара көнө. Иң көслө команда башлыҡ кубогын алды
21 апрель - Урындағы үҙидара көнө. Иң көслө команда башлыҡ кубогын алды
Автор:
Читайте нас: