Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Май 2023, 11:00

Еңеү көнөндә ниндәй байрам саралары уҙа?

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. Шул уңайҙан ниндәй байрам саралары үтәсәге хаҡында хәбәр итмәксебеҙ.

Еңеү көнөндә ниндәй байрам саралары уҙа?
Еңеү көнөндә ниндәй байрам саралары уҙа?

Байрам 9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында иртәнге сәғәт 10-да генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында сәскәләр һалыуҙан башлана. Артабан сәғәт 11-ҙә Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы була.

9 Майҙың төп сараларының береһе - Өфөнөң Октябрь проспектында хәрбиҙәр һәм техника парады. Быйыл тәүге тапҡыр парад расчёты составында махсус хәрби операция яугирҙары һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет синыфтары ҡатнаша. Бынан тыш, унда Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника колоннаһын һәм 9 берәмек заманса техниканы күрергә мөмкин. Парадты вертолёттар һәм бәләкәй авиация самолёттары осошо тамамлай.

Ленин исемендәге майҙанда 8 майҙан 10-ына тиклем ретро-техника күргәҙмәһе ойошторола. Урыҫ драма театры парковкаһында тарихи техника һәм «Патриот» хәрби-патриотик паркының хәрби пехота машинаһы урынлаштырыла.

9 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика эстрадаһы артистары ҡатнашлығында сәнғәт оҫталарының тантаналы концерты була. Сәғәт алтыла Совет майҙанында тантаналы патриотик концерт башлана. Сара Ленин исемендәге майҙанда төнгө ун берҙә  байрам салюты менән тамамлана.

Байрам тантаналары Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында ойоштороласаҡ.

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

 

Автор:
Читайте нас: