Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Май 2023, 09:00

26 май – Рәсәй эшҡыуарҙары көнө. Һандар һөйләй

Бәләбәй районы хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 1 майына Бәләбәй районы биләмәһендә 2068 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән.

26 май – Рәсәй эшҡыуарҙары көнө. Һандар һөйләй
26 май – Рәсәй эшҡыуарҙары көнө. Һандар һөйләй

Уларҙың 1583-ө – индивидуаль эшҡыуарҙар, 425-е – микропредприятиелар, 54-е – бәләкәй һәм 6-һы – урта предприятиелар. 3150 кеше – үҙмәшғүлдәр.

Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 18, 8 мең кеше эшләй (үҙмәшғүлдәрҙе лә иҫәпкә алып).

Эшҡыуарҙарҙың 62 проценты ваҡлап, күмәртәләп һатыу өлкәһендә эшләй, автотранспорт сараларын һәм көнкүреш техникаһын ремонтлау менән шөғөлләнә. 5-тән 8 процентҡа тиклеме – эшкәртеү производствоһында, төҙөлөштә, ауыл хужалығында, транспортта һәм элемтәлә мәшғүл.

 

Автор:
Читайте нас: