+9 °С
Болотло
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда башлана.
Ҡыҫтыбый өсөн башҡорт фастфуды селтәре командаһы яуаплы. Ике метрҙан ашыу диаметрлы ҡамырҙы 9 квадрат метрлыҡ өҫтәлдә йәйеп, 2,5 метр диаметрлы махсус табала бешерәләр. Йәймәнең эслеге - 20 килограмм картуф иҙмәһе.
Рәсәйҙә иң ҙур өсмөйөш бер метрҙан ашыу булмаҡсы. Был Татарстанда теркәлгән рекордсмен бөйөрөктән ике тапҡырға тиерлек күберәк.
Башинформ