Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Июль 2023, 13:00

Башҡортостанда 2023 йылда Республика көнөн билдәләүгә әҙерлек тураһында указ сыҡты

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә утыҙ өс йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек тураһында указ баҫылған.

Башҡортостанда 2023 йылда Республика көнөн билдәләүгә әҙерлек тураһында указ сыҡты
Башҡортостанда 2023 йылда Республика көнөн билдәләүгә әҙерлек тураһында указ сыҡты

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, документта 2023 йылда Республика көнөнә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Ойоштороу комитетына тейешле сараларҙы әҙерләргә һәм үткәреү планын раҫларға ҡушылған.

Муниципаль район- ҡала округтары хакимиәттәренә 2023 йылдың октябрендә ҡалаларҙа, муниципаль райондарҙың һәм ауыл биләмәләренең административ үҙәктәрендә Республика көнөнә арналған тантаналы саралар үткәрергә тәҡдим ителә. Улар учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын һәм торлаҡ кварталдарҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт символикалары менән биҙәргә, шулай уҡ мәҙәни, спорт саралары, йәрминкәләр ойошторорға тейеш.

Эске эштәр министрлығы байрам ваҡытында йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә бурыслы.

Башҡортостан Хөкүмәтенә указды ғәмәлгә ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылған.

Автор:
Читайте нас: