Йәш спортсылар һәм уларҙың әсәләре тантанаға теҙелде. Марш оҙатыуында командалар, көйәрмәндәрҙе һәм бер-береһен сәләмләп, ғорур атлап уҙҙылар.
Командаларҙы «Нурлы ҡояш» музыкаль әҙерлеге ярыштарға көйләне, унан һуң спорт эстафеталарының иң ҡыҙыҡлы өлөшө башланды.
Программа бай һәм мауыҡтырғыс булды. Спорт дәрте һәм еңеү теләге бөтәһенә лә бирелде. Иҫәп тигеҙ тиерлек булды, дуҫтарса ярыштарҙа, тейешенсә, дуҫлыҡ еңде! Бөтә ата-әсәләр ҙә почет грамоталары, ә балалар файҙалы бүләктәр менән билдәләнде. Һәр кем өсөн иң ҙур бүләк балаларҙың янып торған күҙҙәре, әсәйҙәрҙең бәхетле йылмайыуы һәм ыңғай тәъҫораттар булды.
Бергәләп спортта ярышыу – ул һаулыҡ өсөн файҙа ғына түгел, ә ғаилә бәйләнештәрен нығытыу, бер-береңә иғтибар бүләк итеү һәм еңеү шатлығын уртаҡлашыу мөмкинлеге лә икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Светлана Кулдырева, балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы