Шыршыны «Бәләбәй ҡалаһын төҙөкләндереү» муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре алып килеп майҙанға ҡуйҙы. Шыршыны килтереү өсөн тралды – «Прогресс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, автокранды – «Бәләбәй һыу каналы», автогидрокүтәргесте «Белтранссигнал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биргән.
«Төп шыршыны биҙәү өсөн уйынсыҡтар һәм гирляндалар тикшереп ҡаралды. Иллюминация яҡтыртҡыстары билдәләнгән ваҡытта ҡабынасаҡ», – тип ышандырҙылар ҡала хакимиәтендә.
26 декабрҙә байрам иллюминацияларын ҡабыҙыу тантанаһы буласағын гәзит уҡыусыларыбыҙҙың иҫенә төшөрәбеҙ. Был көндө тиҫтәләгән Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парад менән ҡала урамдары буйлап үтәсәк һәм төп байрам майҙансығына йыйыласаҡ, унда, дуҫтарса «Шыршыҡай, ҡабын!» тип ҡысҡырып, урман һылыуҡайында гирлянданың күп һанлы уттарын ҡабыҙасаҡтар.
Елена Петрова фотолары