Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Декабрь 2025, 12:12

Ҡыҙыл Утлы ат йылын ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ

Көнсығыш календары буйынса 2026 йыл – Ҡыҙыл Утлы ат йылы. Йылды ҡаршылау өсөн ут стихияһы менән бәйле сағыу төҫтәр бик яҡшы, туҡымалар йәһәтенән ебәк, бәрхәт һәм атлас, шулай уҡ образға ышаныс һәм көс өҫтәгән тире өҫтөнлөклө. Нәҙек йөн йәки кашемир рөхсәт ителә.

Аксессуарҙар сифатында утлы таштар менән биҙәүестәр — рубиндар, гранаттар, мәрйендәр, шулай уҡ алтын элементтар яраҡлы. Йылды ҡаршылау өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға алтын йәки көмөш аксессуарҙар менән сағыу ҡыҙыл төҫтәге күлдәк, ир-егеттәргә ҡыҙыл элементтар менән классик костюм һайларға мөмкин.

Шулай уҡ аяҡ кейеме дөйөм концепцияға тап килергә тейеш – ҡыҙыл төҫтәге туфлиҙар йә алтын элементтары булған итек бик тә урынлы буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта йылдың ут энергияһына тап килмәгән ҡара йәки һоро төҫтәрҙән һаҡланырға кәрәк. Әммә уларҙы сағыу акцент менән бергә ҡулланырға мөмкин.

Яңы йыл өҫтәлендә көс һәм энергияны символлаштырған ризыҡтар өҫтөнлөк итергә тейеш. Йәшелсә һәм кишер һалынған салаттар, туралған йәшелсә, тәмләткестәр менән икмәк һәм еңел эсемлектәр тәҡдим ителә. Диңгеҙ продукттарынан, һыйыр итенән һәм балыҡтан, шулай уҡ йылҡы итенән әҙерләнгән ризыҡтарҙан һаҡланырға кәрәк. Өҫтәлдә шулай уҡ байлыҡты һәм уңышты символлаштырған апельсин, гранат һәм алма кеүек сағыу емеш-еләк булырға тейеш. Ат шәкәр ярата, шуға өҫтәлдә татлы ризыҡтар ҙа булһын.

Асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор: Светлана Шириня
Читайте нас