«Энергетиктарыбыҙға ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ эш, һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!» – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә төбәк Башлығы указы менән «Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы» тигән маҡтаулы исем «Башкирэнерго»ның «Бәләбәй электр селтәрҙәре» директоры урынбаҫары, баш инженеры Сергей Агашковҡа; «Башҡортостан селтәр компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең көнбайыш районы электр тапшырыу линияһы участкаһы начальнигы Артур Горожанкинға; «Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалының Ҡарман энергияны ремонтлау идаралығы начальнигы Айрат Фәсхетдиновҡа бирелде.