Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Декабрь 2025, 10:00

Теләктәр тормошҡа ашыр

Район хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Азат Сәхәбиев йыл һайын үткәрелеүсе «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнашты. Ул Бәләбәй районы  балаларының, шыршынан шарҙар алып, яңы йылға ниндәй бүләк-сюрприз алырға  теләүҙәрен белде.

Теләктәр тормошҡа ашыр
Теләктәр тормошҡа ашыр

Акция ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға шатлыҡ һәм яңы йыл мөғжизәһе бүләк итергә тейеш. Бүләктәр алыусылар араһында инвалид балалар һәм МХО-ла ҡатнашыусының балаһы бар.

Тиҙҙән Бәләбәйҙән туғыҙ йәшлек Илдарға һәм биш йәшлек Моратҡа, Приюттан һигеҙ йәшлек Кириллға сағыу тойғолар бүләк ителәсәк.

«Яҡын арала балаларҙың теләктәрен мотлаҡ үтәрмен!» – тип ышандырҙы Азат Альверт улы.

Елена Петрова фотоһы

Автор: Светлана Шириня
Читайте нас