Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Декабрь 2025, 14:00

Бәләбәй районы полицейскийҙары балаларға байрам ойошторҙо

Яңы йыл алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн тылсымлы иртәлек  ойошторҙо. 70 бала, шул иҫәптән командировкала булған полиция хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренән, әкиәт һәм шатлыҡ халәтенә сумған.

Бәләбәй районы полицейскийҙары балаларға байрам ойошторҙо
Бәләбәй районы полицейскийҙары балаларға байрам ойошторҙо

Байрам бүлектең акт залында үткән. Ойоштороусылар балалар өсөн интерактив конкурстар, ижади биремдәр һәм әкиәт геройҙары менән  мауыҡтырғыс уйындарға бай тулы сихри халәт булдырырға тырышҡан. Балалар шыршы тирәләй әйләнгән, йырҙар йырлаған, шиғырҙар уҡыған һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләктәр алған.

Балаларҙың ата-әсәләре ойоштороусыларға бүләк ителгән шатлыҡтары, ыңғай тәьҫорттар һәм яҡшы кәйеф өсөн рәхмәт белдергән.

«Был онотолмаҫ байрам булды, – тип уртаҡлаша әсәйҙәрҙең береһе. –  Балалар бәхет кисерҙе, ә был иң мөһиме».

Сара хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының балалар өсөн байрам кәйефе булдырыуҙағы тыпңрышлығын берләштергән «Ҡыш бабай полицейскийы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үтте.

Бәләбәй районы полицейскийҙары балаларға байрам ойошторҙо
Бәләбәй районы полицейскийҙары балаларға байрам ойошторҙо
Автор:  Регина Фаизова
Читайте нас