Тантана 25 декабрҙә Дәүләт Кремль һарайында үтте. Башҡортостандан илдең төп шыршыһына 120 бала юлланды. Бәләбәй районынан делегация составына Бәләбәй ҡалаһының 1-се гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы Милана Янкович һәм Өҫән-Ивановка ауылы мәктәбе уҡыусыһы Екатерина Карбова инде.
– Шыршыға махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары саҡырылды. Йәш сиге 7-нән 10 йәшкә тиклем. Ҡатнашыу өсөн өҫтәмә критерийҙар: яҡшы уҡыу, актив мәктәп тормошо, шулай уҡ «күп балалы һәм/йәки аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар» статусы билдәләнде, – тип һөйләне Мәғариф идаралығының тәрбиә эше һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Татьяна Дәүләтова.
Баш ҡаланың йәш ҡунаҡтары өсөн сағыу байрам программаһы әҙерләнде: Яңы йыл тамашаһы, Ҡыш бабай менән осрашыу һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу.
Бынан тыш, балалар өсөн Мәскәү буйлап экскурсия ойошторолдо. Улар баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындарын күрҙе, уның тарихы менән танышты, ҡаланың байрам халәтендә булды һәм «Москвариум»ға барҙы.
Фотолар Мәғариф идаралығынан