Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Декабрь 2025, 16:00

Суд вәкилдәре мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен Яңы йыл менән ҡотланы

Яңы йыл алдынан Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй ҡала суды судьялары Һәм хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй ҡалаһының мәктәп-интернатында булды. Был инде йолаға әүерелгән: суд коллективы йыл һайын интернатҡа килеп, тәрбиәләнеүселәрҙе байрамдар менән ҡотлай һәм уларға шатлыҡ бүләк итә.

Суд вәкилдәре мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен Яңы йыл менән ҡотланы
Суд вәкилдәре мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен Яңы йыл менән ҡотланы

Сәфәр барышында ҡатын-ҡыҙ вәкилдәре балаларға суд хеҙмәткәрҙәре йыйған яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы. Балалар иғтибар һәм хәстәрлек символына әйләнгән бәләкәй генә сюрприздар алды. Бынан тыш, суд рәйесе Лениза Гәрәева һәм уның урынбаҫары Ирина Мөхәмәтйәрова балаларға һаулыҡ, уҡыуҙа уңыштар теләне.

– Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеүҙең мөһимлеген аңлайбыҙ һәм һәр бала үҙен яратҡан һәм кәрәкле итеп тойһон өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ, – тип аңлатма бирҙе Лениза Гәрәева.

Фотолар ҡала суды тарафынан бирелгән

Суд вәкилдәре мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен Яңы йыл менән ҡотланы
Суд вәкилдәре мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәрен Яңы йыл менән ҡотланы
Автор: Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас