«Беренселәр хәрәкәте» активистары директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе Эльвира Алдарова етәкселегендә дүрт тематик станциянан торған мауыҡтырғыс программа әҙерләне. Башҡортостан буйынса беренсе викторина балаларға тыуған яҡтың тарихы тураһында күберәк белергә мөмкинлек бирҙе. Икенсе станция милли башҡорт уйындарына арналды, унда балалар оҫталыҡ һәм таҫыллыҡ күрһәтте.
Өсөнсө станцияла Бәләбәй механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжы студенттары директор кәңәшсеһе Гөлзана Усманова етәкселегендә гимназистар өсөн ижади оҫталыҡ дәрестәре әҙерләне, унда балалар ижади оҫталыҡ күрһәтте һәм яңы күнекмәләр үҙләштерҙе.
Һуңғы этапта сыуаш гимназияһы уҡыусылары директор кәңәшсеһе Венера Макарова етәкселегендә квест ҡатнашыусылары өсөн ижади конкурстар менән музыкаль һынауҙар ойошторҙо. Финишта балалар Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығын асты, унда уларҙы татлы бүләктәр көткән.
Программа шыршы тирәләй традицион әйлән-бәйлән, күңелле конкурстар һәм Ҡыш бабай менән уйындар менән тамамланды. Сарала ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың барыһы ла бергәләп сәй эсеүҙән һәм байрам халәтенән ләззәт ала алды.
Сара БР Башлығы грантына Башҡортостан республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты Һәм БР Гранттар фонды ярҙамында ҡала үҫеше йәмәғәт фондының «Изге эштәрҙең дүрт миҙгеле» проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Фотолар гимназия-интернаттан