Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Ғинуар , 13:00

Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр

Үткән йомала Приют ҡасабаһында йәнә матур йолаға әүерелгән «Рус быймаһы байрамы» үтте.

Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр
Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр

Майҙанға ҡасабаның кескәйҙәрҙән алып өлкән йәштәгеләргә тиклем төрлө  йәштәге халҡы йыйылды. Ҡышҡы һалҡынса ҡояшлы көн һәр кемгә бала саҡтан таныш булған ысын халыҡ байрамы мөхите тыуҙырҙы. Мәҙәниәт йортоноң һәм 2-се балалар сәнғәт мәктәбенең ижади коллективтары тамашасыларға сағыу һәм онотолмаҫлыҡ сығыштар бүләк итте. Тамашасылар ҡышҡы персонаждар менән бергәләп әйлән-бәйлән уйнаны,  музыка тактына ҡушылып тыпырҙаны, халыҡ уйындарында ҡатнашты. Йылылыҡ һәм уңайлылыҡ символы булған ҙур быйма майҙандың үҙенсәлекле биҙәге булды. Байрамда ҡатнашыусылар был ҡышҡы байрам халәтен оҙаҡҡа һаҡларлыҡ итеп иҫтәлеккә фотоға төштө.

Елена Петрова фотолары

Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр
Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр
Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр
Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр
Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр
Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр
Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр
Приютта Рус быймаһы байрамын билдәләнеләр
Автор: Светлана Прокофьева
Читайте нас